Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Хөрмәтле дуҫтар һәм ветерандар!

Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

23 февраль – Рәсәй халҡының барлыҡ быуындарын берләштереүсе байрам.  Ул ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ, илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡто мәңгеләштерә.

Быйыл илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ватанды һаҡлаусылар көнө ошо оло юбилейҙы байрам итеүгә старт бирә һәм илебеҙ тарихындағы бөйөк көндөң яҡынлашыуын белдерә, халҡыбыҙҙың батырлығын йәнә бер кәүҙәләндерә.

Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итеү түҙемлек һәм ҡыйыулыҡ, барлыҡ көстәрҙе туплауҙы талап итә. Бындай сифаттар илебеҙ һалдаттарында һәм офицерҙарында һәр ваҡытта ла асыҡ айырылып торҙо. Бөгөн хәрби хеҙмәткәрҙәр, ветерандарҙың билдәле традицияларын дауам итеп, дәүләттең граждандарҙың тыныслығын һаҡлауға тос өлөш индерә.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыныс күк йөҙө һәм Ватаныбыҙ өсөн хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                      Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA