17-18 февраль төнөндә ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыуға 300 берәмек техника йәлеп ителгән. Полигондарға тәүлегенә 21,7 мең кубометрҙан артыҡ ҡар сығарылған.
Хәҙерге ваҡытта ҡала магистралдәрен, күперҙәрҙе таҙартыу, боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртеү эштәре дауам итә. Юл эшселәре тротуарҙарҙы һәм йәмғиәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарталар һәм эшкәртәләр.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, сезон башынан коммуналь хеҙмәттәр 21 мең тоннаға яҡын боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар, һуңғы тәүлектә - 223 тонна ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын ҡулланған. Сезон башынан бирле ҡаланан 2 миллион 330 мең тонна кубометрҙан артыҡ ҡар сығарылған.
Бынан тыш, иртәнге 5-тән ҡаланың торлаҡ хеҙмәттәре техникаһы йорт яны биләмәләрен йыйыштырыуға кереште. Иртәнге 6-нан уларға торлаҡ хеҙмәттәре идараһынан 812 кеше ҡушылды. Уларға ярҙамға 466 торлаҡ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар сыҡты.
Өй баштарын таҙартыу буйынса бөгөн 108 бригада, йәки 331 кеше йәлеп ителгән.
Ихаталарҙы көн һайын таҙартып тороу менән бер рәттән күп фатирлы йорттарҙың биләмәләрен ҡарҙан һәм боҙҙан комплекслы таҙартыу эштәре алып барыла.