Ветерандар араһында тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса Өфө ҡалаһы Кубогына спорт ярыштары уҙҙы

16 февралдә олимпия резервының спорт мәктәбендә ветерандар араһында тау саңғыһы спорты һәм сноуборд буйынса Өфө ҡалаһы Кубогына спорт ярыштары уҙҙы. Сара 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына арналған ине.

Ярыштарҙы тантаналы асыуҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең физкультура һәм спорт идараһы етәксеһе урынбаҫары Егор Сорокин, Өфө ҡалаһы Ветерандар советы рәйесе Ришат Фәйзрахманов, Башҡортостан Республикаһы Һөнәр берлектәре федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин, Бөйөк Ватан һуғышында алыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыусы Кәшшаф Сәмиғуллин һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ярыштар сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу һәм әүҙем оҙон ғүмерле булыу маҡсатынан ғибәрәт. Улар Өфөлә өсөнсө йыл үткәрелә. Быйыл унда 60-тан артыҡ кеше, 55 йәштән ҡатын-ҡыҙҙар һәм 60 йәштән ир-аттар ҡатнашты.

Спорт сараһын ойоштороусылар - тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе менән берлектә Өфө ҡалаһы Ветерандар советы, Рәсәй саңғы спорты Федерациясының региональ бүлексәһе.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA