Өфөлә VIII ҡышҡы Корпоратив уйындар үтте

15 февралдә Өфөлә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Хакимиәт башлығы кубогына һигеҙенсе ҡышҡы Корпоратив уйындар үтте.

15 февралдә Өфөлә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Хакимиәт башлығы кубогына һигеҙенсе ҡышҡы Корпоратив уйындар үтте.

Ярыштарҙа баш ҡаланың предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәре алты дисциплинала көс һынашты: быйма кейеп хоккей уйнау, ҡарҙа волейбол, саңғы ярышы (эстафета), конькиҙа шыуыу спорты (эстафета), пейнтбол элементтары менән күңелле старттар һәм тау саңғыһы спорты.

Төп бүләк – Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы кубогы, Янғындан һаҡлау идаралығы командаһына эләкте. Икенсе урынды «Башспирт» Акционерҙар ойошмаһы спортсылары яулаһа, өсөнсөнө «Чемпион» спорт магазиндары селтәре вәкилдәре алды.

 Бынан тыш, дөйөм иҫәптә һәм спорттың айырым төрҙәре буйынса призлы урын алған командалар ҡаланың Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы кубоктары һәм грамоталары менән бүләкләнде.

Белешмә:

Өфөлә йәйге Корпоратив уйындар 2010 йылда үткәрелә башланы. 2013 йылда тәүгә I ҡышҡы Корпоратив уйындар ойошторолдо. Йыл һайын ярыштарҙа Өфө ҡалаһының предприятие-ойошмаларынан меңдән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Уйындар «Офистан – стартҡа!» девизы аҫтында уҙғарыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA