Өлфәт Мостафин Калинин районының алыҫ биләмәләрендә булды

12 февралдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Калинин районының алыҫ торлаҡ пункттарында булды. Улар араһында – Елкибай, Карпово, Самохваловка һәм Федоровка ауылдары.

12 февралдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Калинин районының алыҫ торлаҡ пункттарында булды. Улар араһында – Елкибай, Карпово, Самохваловка һәм Федоровка ауылдары.

Был торлаҡ пункттар биләмәләрендә 500-ҙән артыҡ шәхси хужалыҡ урынлашҡан, уларҙа 2 500 кеше йәшәй. Хәҙерге ваҡытта Елкиба-Федоровка-Самохваловка районында актив төҙөлөш алып барыла. Унда шәхси торлаҡ йорттар төҙөү өсөн 2000-дән артыҡ ер участкалары күп балалы ғаиләләргә һәм мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләргә бирелгән. Ә уларҙа 500-ҙән артыҡ өй төҙөлгән инде. Шуға бәйле рәүештә, социаль объекттар: мәктәптәр, балалар баҡсалары, медицина учреждениелары төҙөү мәсьәләһе тыуа. 

Шулай итеп, Өлфәт Мостафин эш сәфәре сиктәрендә Комарин, Уңайлы, Елизавета Глинка урамдары менән сикләнгән биләмәне ҡарап сыҡты. Бында киләсәктә уҡыу-уҡытыу үҙәге төҙөләсәк.  Һуңынан ул үҙәктең планлаштырыу,  ыҙанлау проекттары менән танышты. Әлеге үҙәкт 200 урынға иҫәпләнгән мәктәпе, 350 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын, физкультура-сәләмәтләндереү комплексын һәм бер сменала 150 кешегә иҫәпләнгән ауыл табип амбулаторияһын үҙ эсенә ала.

- Белем биреү үҙәгенең кәрәклеге асыҡтан-асыҡ, ләкин, беренсе сиратта, һыу үткәреү, канализация һәм башҡа төҙөү мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк, - тип билдәләп үтте Өфө Хакимиәте башлығы.

Һуңынан эш  сәфәрендә ҡатнашыусылар Самохваловка ауылында ташламалы (льгота) категория буйынса ер участкалары бүлеп бирелгән ғаиләләр менән осраштылар. Уларҙы тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәре, юлдар, газ, һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ балалар майҙансығын төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡыҙыҡһындырҙы.

- Беҙҙең матур бер майҙансыҡ бар. Беҙ унда мәҙәни, спорт саралар ойошторабыҙ. Һәм был участокты төҙөкләндереп балалар майҙансығын урынлаштырырға ине, - тип хәбәр итте халыҡ.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауылдарҙа тышҡы яҡтыртыуҙы урынлаштырырға ҡушты. Бынан тыш, ул юлдарҙа ваҡ таш түшәү, йомшаҡ өҫлөклө балалар майҙансығын төҙөкләндереү, газ һәм һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен айырым контролгә алыу бурысын ҡуйҙы.

Эш сәфәренең киләһе объекты Федоровка ауылындағы 105-се гимназияның 2-се корпусы булды, унда Елкибай, Самохваловка, Карпово һәм Федоровка ауылдарынан балалар белем ала. Әлеге мәктәп 1965 йылда төҙөлгән. Бинаның проект ҡеүәте 200 кешегә булыуға ҡарамаҫтан 2018-2019 уҡыу йылында бында 266 уҡыусы белем алған. 2019 йылдың 1 сентябренә 2019-2020 уҡыу йылына 15 класс булдырылған, уларҙа ике сменалы режимда 339 уҡыусы белем ала. Йыл һайын мәктәптә уҡыусылар һаны уртаса алғанда 100-150 кешегә арта.

Өлфәт Мостафин мәктәптең спорт залын һәм өҫтәмә уҡыу урындары булдырыу буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә мәғариф ойошмаһы майҙансығында тормошҡа ашырылған яңы уҡыу кабинеттарын ҡараны.

Яңы белем биреү үҙәге торлаҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙе белем биреү хеҙмәттәре менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итәсәк. Әммә проблеманы тиҙерәк хәл итеү өсөн Өлфәт Мостафин ваҡытлыса ҡарар ҡабул итергә - төкәтмә төҙөргә тәҡдим итте.

Өфө Хакимиәте башлығы ҡараған һуңғы объект - фельдшер-акушерлыҡ пункты булды. Бында ул медицина учреждениеһы эше менән танышты.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты йорто иҫкереүгә бәйле рәүештә, түбәндәге варианттар ҡаралды: иҫке йортто һүтеү һәм яңы бина төҙөү, йәки иҫке йорт янында заманса модулле ФАП төҙөү, уны һыу, канализация тышҡы селтәрҙәре менән тәьмин итеү һәм һуңынан әлеге пунктты реконструкциялау.

Эш сәфәренә йомғаҡ яһап, Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин коллегаларҙың иғтибарын бирелгән йөкләмәләрҙең үтәлешен айырым контролдә тоторға кәрәклегенә йүнәлтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA