РФ Президенты тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Владимир Колчин эш сәфәре менән Өфөлә

12-13 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Владимир Колчин эш сәфәре менән Өфөлә.

12-13 февралдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ярҙамсыһы Владимир Колчин эш сәфәре менән Өфөлә.

Ул баш ҡалаға «Ментальное здоровье» проектын тормошҡа ашырыу өсөн республиканы «пилот» төбәк сифатында һайҙаланыу һәм аутистик спектры боҙолған кешеләргә өҙлөкһөҙ ярҙам күрһәтеү өсөн система булдырыу  маҡсаты менән килгән.

12 февраль Владимир Колчин Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм Өфө Хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова ҡатнашлығында баш ҡаланың аутистик тайпылыштар менән сирләгән балалар өсөн бар шарттар булдырылған белем биреү ойошмаларының эше менән танышты.

Мәҫәлән, № 233-сө балалар баҡсаһында аутистик тайпылыштар булған балалар өсөн инклюзив уҡытыу моделен яраҡлаштырыу һәм апробациялау маҡсаты менән ресурс төркөм һәм ресурс синыф ойошторолған.

Был проект балаларҙың үҙенсәлектәренә ҡарамаҫтан, аралашыу һәм социализациялау өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.

Бынан тыш, аутистик тайпылыштар менән сирләгән балалар өсөн ҡулайлаштырылған уҡытыу программалары № 40-сы һанлы мәктәптең алты синыфтарында алып барыла. Етмәһә, 2018-2019 уҡыу йылында был катерия балаларҙың күсәгилешлелеген булдырыу маҡсаты менән 1-се синыфҡа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ҡабул итеү башланды.

Түңәрәк өҫтәл форматында осрашыуҙа ҡатнашыусылар аутистик спектры боҙолған кешеләргә өҙлөкһөҙ ярҙам күрһәтеү өсөн системаның үҫешен һәм перспективаларын тикшерҙе һәм һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу өсөн тейешле шарттар булдырыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA