Өфө Хакимиәтендә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үтте

11 февраль муниципалитетта ҡала Хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Әлфирә Баҡыева етәкселеге аҫтында яңы коронавирус инфекцияһының баш ҡалаға инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үтте.

11 февраль муниципалитетта ҡала Хакимиәтенең эштәр менән идарасыһы Әлфирә Баҡыева етәкселеге аҫтында яңы коронавирус инфекцияһының баш ҡалаға инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса кәңәшмә үтте.

Сарала Башҡортостан Республикаһының Роспотребнадзор төбәк идаралығының транспортта күҙәтеү һәм территорияны санитар һаҡлау бүлеге начальнигы Олег Мәүлетов, ҡала Хакимиәтенең халыҡ һаулығын һаҡлау бүлеге етәксеһе Рәдиф Сабиров, ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов, Республика дезинфекция үҙәге баш табибы Павел Мочалкин һәм миниципалитеттың структур подразделениелары етәкселәре ҡатнашты.

Ултырыш башында Олег Мәүлетов республикалағы санитар-эпидемия торошо тураһында һөйләп бирҙе һәм төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуы осраҡтары билдәләнмәгәнен әйтеп үтте.

Кәңәшмә барышында актуаль мәсьәләләр ҡаралды. Шул иҫәптән, күләмле сараларҙы үткәреүен сикләтеү, профилактика ысулдары һәм учреждениеларҙа дезинфекция эштәрен ойоштороу мөһимлеге кеүек темалар тикшерелде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA