07.02.2020
730
Дим районындағы хәл-торош менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Әминева таныштырҙы.
Даими эшләүсе комиссияға 14 кеше инә. Комиссия тарафынан мәҙәниәт, мәғариф, эш ҡағыҙҙарын, печать, алтаҡталарҙы ике дәүләт телендә яҙыу буйынса күп эштәр тормошҡа ашырыла.
Комиссия ултырышында Дим районы Хакимиәтенең опекунлыҡ, бағыусылыҡ һәм медицина учреждениелары менән хеҙмәттәшлек бүлеге начальнигы Атнабаева И.И, Башҡортостан урыҫтары Соборының урындағы рәйесе Павлова Е.В., Дим районы татарҙары конгресы рәйесе Әхтәмова Р.А., Өфө ҡалаһының Дим районы ҡоролтайы рәйесе Ғайсин И.З. уҙған йылға йомғаҡтар яһаны, яңы йылға пландар менән таныштырҙы.
Шулай уҡ Терминологик төркөм урамдарҙың, өйҙәрҙәге аншлагтар һәм алтаҡталарҙың дөрөҫ аталышын һәм яҙылышын тикшерә. Предприятие, ойошма, учреждениелар еткәкселәренә методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәтелә.
2019 йылда хаталы 9 алтаҡта табылды һәм “Административ тәртип боҙоу тураһында”ғы БР кодексына ярашлы 7 хаталы алтаҡта өсөн штраф һалынды. Әммә уны түләтеү хоҡуғы административ комиссияһына йөкмәтелгән. Ә тел буйынса комиссияларҙың ундай хоҡуғы юҡ.
Бөгөн тәржемә итеү буйынса ҡалала төрлө ойошмалар эшләп килә. Шуға ҡарамаҫтан, Дим ҡала хакимиәтендә “Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтар телдәре тураһындағы” Законды бойомға ашырған Комиссияһы һәр дүшәмбе көндөҙгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем ҡабул итә, эскиздарҙы шулай уҡ интернет аша ла тикшерә.
Шулай уҡ Дим район хакимиәтендә граждандарҙың дәүләт телдәрендә мөрәжәғәт итеү хоҡуғы һаҡлана. Уларға яуап мөрәжәғәт яҙылған телдә бирелә.