Гриппҡа ҡаршы профилактика ысулдары

Грипп – һулау юлдарының инфекция ауырыуы. Ул көслө вирус инфекция ауырыуҙар (ОРВИ) араһына керә. Бөгөн грипптың 2000-гә яҡын төрө билдәле. Гриппҡа ҡаршы профилактика сараһы булараҡ көҙ көнө вакцинация үтергә кәңәш ителә.

Грипп – һулау юлдарының инфекция ауырыуы. Ул көслө вирус инфекция ауырыуҙар (ОРВИ) араһына керә. Бөгөн грипптың 2000-гә яҡын төрө билдәле. Гриппҡа ҡаршы профилактика сараһы булараҡ көҙ көнө вакцинация үтергә кәңәш ителә.

Вирус йоҡторғандан һуң, организмда инкубацион осор тип аталған, 12—48 сәғәткә һуҙылған ваҡыт үтә. Һуңынан температура 38 – 40 градусҡа күтәрелә, кеше өшөй башлай, башы, күҙ алмалары, мускулдары, быуындары ауырта, уҡшый. Сирҙең икенсе һәм өсөнсө тәүлегендә генә ауырыуҙа ҡоро йүтәл, тымау барлыҡҡа килә. Ауырыған ваҡытта кеше ярҙамға мохтажлык кисерә: ғөмүмән хәлһеҙлектән, баш ауыртыуҙан, ҡалтыраныуҙан яфа сигә. Ауырыуҙың киҫкен осоро 3 – 7 көн дауам итә.

Грипп вирусы бик тиҙ таралыусан. Инфекция менән башҡа кеше йүтәлләгәндә, йәиһә сөскөргәндә зарарланырға мөмкин. Сөнки был ваҡытта ауырыу кешенән йәки вирусты йөрөтөүсенән ауырыу тыуҙырыусы, шул иҫәптән грипп вируслы бактериялар тарала һәм ауырыу тирәһендә зарарлы зона барлыҡҡа килә. Әйтеүебеҙсә, грипптың хәүефлелеге сирҙең ауыр үтеүе менән генә түгел, ә ҡаты өҙлөгөүҙәргә (үпкә шеше, мейе ҡабығының шешеүе һәм  башҡа) юлыҡтырыу ихтималлығы менән билдәләнә.

Грипптан профилактик сараларҙың иң файҙалыһы -  йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы үткәрелә торған сараларҙы активлаштырыу. Был осраҡта инде иммунитетты күтәреү, вакцинациялауиң мөһиме. Вакцина организмдың антиматдәләр бүлеп сығарыуына булышлыҡ итә, улар иһә үҙ сиратында, вирустың үрсеүенә, күҙәнәктәрҙең йоғошланыуына юл куймайҙар. Шул сәбәпле, грипп ауырыуы башланғансы уҡ киҫәтелә.

Организмдың грипп вирусына ҡаршы тороусанлығын күтәреү өсөн тулы туҡланыу, витаминдар, микроэлементтар ҡабул итеү мөһим. Эпидемия осоронда кеше күп булған сараларға йөрөүҙе сикләргә, инфекциялы кешеләр менән аралашыуҙы кәметергә, махсус битлек ҡулланырға кәрәк.

Грипп ауырыуының тәүге билдәләре барлыҡҡа килеү менән табибҡа мөрәжәғәт итәргә кәрәк. Грипп ваҡытында табиб ярҙамынан башҡа дауаланырға ярамай.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA