“Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” ярышында Октябрь районы 17-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илсиә Сирьяжданова еңеү яуланы

Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2020“, “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020”, “Йөрәгемде балаларға бирәм – 2020” ҡала һөнәри конкурстарын ябыу тантанаһы үтте.
Өфө ҡала мәҙәниәт һарайында “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2020“, “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020”, “Йөрәгемде балаларға бирәм – 2020” ҡала һөнәри конкурстарын ябыу тантанаһы үтте. “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” бәйгеһе тәүге тапҡыр 2004 йылда уҙғарылғайны. 16 йыл һуҙымында 233 уҡытыусы көс һынашҡан, шуның 83-ө лауреат һәм еңеүсе исемен алған. Быйыл “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” ярышында Өфө ҡалаһы 17-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илсиә Сирьяжданова алдынғылыҡты бирмәне. – Был ябай ғына бәйге түгел, ә рух байрамы, – ти тыумышы менән Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылынан булған еңеүсе Илсиә Рәсүл ҡыҙы. – Конкурс профессиональ йәһәттән үҫергә булышлыҡ итә, ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй. “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020” конкурсының жюри рәйесе, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Вадим Толомбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурсанттар әллә күпме бай тәьҫораттар ала, тәжрибә туплауҙы телгә алыу артыҡ. Байрамда Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнованың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. “Башҡортостандың баш ҡалаһы йыл уҡытыусыһы – 2020“, “Йөрәгемде балаларға бирәм – 2020” ҡала һөнәри конкурстары еңеүселәре лә бүләкләнде. Автор: Илдар Акьюлов
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA