Өфө ҡалаһы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре ҡар таҙартырға сыҡты

Өфөлә 3 февраль көсәйле ҡар яуыу сәбәпле, «Ғәҙәттән тыш хәл» иғлан ителде.

Өфөлә 3 февраль көсәйле ҡар яуыу сәбәпле, «Ғәҙәттән тыш хәл» иғлан ителде.

Бөгөн коммуналь хеҙмәттәргә ярҙамға ҡала Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты. Улар Рәссәй, СССР-ҙың 50 йыллығы, Пархоменко, Блюхер, Ленин, Коммунистик, Рихард Зорге, Аврора урамдарын, Октябрь проспектын, Ибраһимов бульварын һәм башҡа ҡала урамдарын, ихата биләмәләрен ҡарҙан таҙартты. Урындарҙа ҡарҙы тейәп сығарыу ойошторолдо.

- Ҡарҙың бындай күләмен тиҙ арала коммуналь хеҙмәттәре көсө менән генә еңеп булмаҫ, шуға беҙ ҙә дәррәү ҡушылдыҡ. Ҡар таҙартыу эштәренә сәнәғәт, сауҙа, төҙөлөш тармағы, мәғариф учреждениелары, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте хеҙмәткәрҙәре сыҡты, - тип билдәләп үтте ҡаланың Йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралығы начальнигы бурысын ваҡытлыса атҡарыусы Антон Тристан.

Уның һүҙҙәре буйынса, эшкә 250-гә яҡын ҡала Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителде.

Шулай уҡ ҡар таҙартыу өмәһендә район хакимиәттәре вәкилдәре лә ҡатнашты.

Ҡалала уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсаты менән өфөлөләрҙе ҡар таҙартыу эштәренә өлөш индерегә саҡырабыҙ. Һәм, бынан тыш, бөтә милек форма етәкселәренә үҙ территорияларын, бина ҡыйыҡтарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙа тоторға саҡырабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA