Өфө Хакимиәтендә ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу мәсьәләләре буйынса оператив штаб ултырышы булды

3 февраль төнөндә Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сарала район хакимиәттәре башлыҡтары, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, шулай уҡ ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралары етәкселәре ҡатнашты.

3 февраль төнөндә Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ҡала биләмәләрен ҡарҙан таҙартыу буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сарала район хакимиәттәре башлыҡтары, коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү, шулай уҡ ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралары етәкселәре ҡатнашты.

Район хакимиәттәре башлыҡтарының биләмәләрҙе ҡарҙан таҙартыу эштәрен ойоштороу хаҡында докладтарҙы тыңлағандан һуң, Салауат Хөсәйенов коммуналь хеҙмәттәрҙең ҡаланы көсәйтелгән режимда таҙартыуға ҡарамаҫтан, башҡарылған эштәрҙең сифаты буйынса киҫәтеүҙәр булыуын билдәләп үтте. Беренсе сиратта – ул ихаталар биләмәләрендә һәм тротуарҙарҙа. Баш ҡаланың Октябрь, Совет һәм Орджоникидзе райондары халҡынан мөрәжәғәттәр күп.

Ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары таҙартыу эштәрен, бигерәк тә социаль һәм мәғариф учреждениелары янындағы ихаталарҙы һәм биләмәләрҙе, көсәйтелгән режимда тәүлек әйләнәһе дауам итергә, ә район етәкселәренә әлеге мәсьәләне даими контролдә тоторға ҡушты.

Кәңәшмәлә билдәләп үтелгәнсә, ишек алдарын сифатлы таҙартыуға өфөлөләрҙең ҡалдырған автомобилдәре ҡамасаулай. Салауат Хөсәйенов торлаҡ ойошмаларын ҡала халҡы менән аңлатыу эштәрен активыраҡ алып барырға, шул иҫәптән, проблеманы хәл итеүгә күп фатирлы йорттарҙың советтарын йәлеп итергә саҡырҙы.

- Таҙартыу эштәренең юғары сифатлы үтәлмәүенә автомобилдәр ҡамасаулағаны аңлашылып тора, шуның өсөн дә уларҙы күсерергә, ә халыҡҡа буласаҡ таҙартыу эштәре тураһында даими рәүештә хәбәр итергә кәрәк, – тип әйтте Салауат Хөсәйенов. - Буласаҡ көндәрҙә һауа шарттарының насарланыуы көтөлә. Шуға бәйле рәүештә, урындарҙа эште дөрөҫ итеп ойошоторорға һәм уның үтәлешен контролдә тотоуҙы көсәйтергә кәрәк. Торлаҡ йорттарҙың һәм биналарҙың ҡыйыҡтарына айырым иғтибар бирергә кәрәк, – тип өҫтәне ул.

Шулай уҡ Салауат Хөсәйенов Өфөнөң хәүефһеҙлек үҙәгенә яҡын биләмәләрҙе ваҡытында таҙартмаған сауҙа предприятиеларын контролдә тоторға ҡушты.  

Кәңәшмәнән һуң уның ҡатнашыусылары күпселек ялыуҙар килгән ихаталарҙы һәм урамдарҙы тикшерҙеләр. Бынан тыш, улар Октябрь районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль учреждениеһының эш ойоштороуын, шул иҫәптән предприятиеның биләмәләрҙе таҙартыу буйынса махсус техника менән таныштылар.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 3 февраль төнөндә ҡалала 223 махсус техника берәмеге эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө Хакимиәтенең рәсми сайтында ҡаланың коммуналь техникаһы эшенең интерактив картаһы бар. Әлеге сервис эшен реаль ваҡыт режимында күрһәтә, шулай уҡ һуңғы 12 сәғәт эсендә транспорт саралары хәрәкәте тарихын күрергә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ ишек алды биләмәләрен комплекслы таҙартыу эштәре дауам итә. Көндөҙ ул 105 ишек алдында уҙасаҡ. Февраль айының графигы менән Өфө Хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA