Өфөлә ит йәрминкәләре үтәсәк

1 һәм 2 февраль Өфөлә ит йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Ҡала халҡының республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф продукция һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Өфөлә ит йәрминкәләре үтәсәк

1 һәм 2 февраль Өфөлә ит йәрминкәләре ойоштороласаҡ. Ҡала халҡының республика етештереүселәренән сифатлы һәм саф продукция һатып алыу мөмкинлеге буласаҡ.

1 февралдә йәрминкәләр киләһе адрестар буйынса уҙа:

- Орджоникидзе районында Хоҡуҡ урамында - Таллин урамынан алып Ухтомкий урамына тиклем;

- Октябрь районында Спорт һарайы алдындағы майҙанында;

- Ленин районында «Тулҡын» скверы алдындағы майҙанда;

- Орджоникидзе районында Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда.

Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда ит йәрминкәһе 1 һәм 2 февраль ойоштороласаҡ.

Республика ауыл хужалығы етештереүселәрен йәрминкәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.

Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын йәрминкәләргә саҡырабыҙ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA