Өфөнөң торлаҡ ойошмалары күп фатирлы йорттар ихаталарын ҡарҙан һәм боҙҙан комплекслы таҙартыу эштәрен дауам итә.
Комплекслы таҙартыу сиктәрендә йорттарҙың ҡыйыҡ өҫтө, үҙ-алы ҡоролған балкон һәм подъезд козыректары, парковка урындары, тротуарҙар һәм ихата эсендәге юлдар таҙартыла.
2020 йылдың февраленә Өфө райондары торлаҡ хужалығы идаралығы ойошмаларының таҙартыу буйынса графиктар менән түбәндәге һылтанмалар буйынса танышып була.
Иҫкәртеп үтәбеҙ, ойоштороласаҡ комплекслы таҙартыу тураһында алдан иғлан ителә. Бының турала мәғлүмәт социаль селтәрҙәрендә муниципалитеттың рәсми төркөмдәрҙә теркәлә, иғландар формаһында йорттарҙа эленә, автомобилдәрҙең тәҙрәләрендә ҡалдырыла һәм күсмәле щиттарҙа беркетелә.
Өфө ҡалаһы Хакимиәте ҡала халҡын таҙартыу эштәре көндәрендә ихаталарҙы автомобилдәрҙән бушатырға саҡыра.