Өфөнөң Совет районында 2019 йылға йомғаҡ яһалды

29 ғинуарҙа Комаров исемендәге балалар ижады һарайында Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашлығында Совет районының 2019 йылға йомғаҡлау кәңәшмәһе үтте.

29 ғинуарҙа Комаров исемендәге балалар ижады һарайында Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашлығында Совет районының 2019 йылға йомғаҡлау кәңәшмәһе үтте.

Унда муниципалитет Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, структур подразделение һәм райондың предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.

Кәңәшмәне асып, Өлфәт Мостафин райондың барлыҡ предприятиелары етәкселәренә 2019 йылда атҡарған эштәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Артабан райондың үткән йылдағы социаль-экономик үҫеше тураһында Совет районы Хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин сығыш яһаны. Үҙенең докладында ул мәғариф, төҙөлөш өлкәһе, физик культура һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙә ентекле туҡталды.

Райондың торлаҡ-коммуналь хужалығы тураһында Совет районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алик Йәнбәков һөйләне. Сығышында ул 2019 йылда 6 программа буйынса биләмәләр төҙөкләндерелеүе тураһында әйтте.

Кәңәшмәнең икенсе яртыһы әңгәмә формаһында үтте. Сарала ҡатнашыусылар мәктәп реконструкцияһы, яңы спорт объектары төҙөлөшө, урамда яҡтыртыу, юлдарҙы төҙөкләндереү кеүек борсоған һорауҙарға урында яуаптар алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA