Андрей Назаров һәм Өлфәт Мостафин Октябрь районының социаль һәм сәнәғәт объекттарында булдылар

29 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө ҡалаһы Хакмиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөнөң социаль һәм сәнәғәт объекттарында булдылар.

29 ғинуарҙа Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө ҡалаһы Хакмиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөнөң социаль һәм сәнәғәт объекттарында булдылар.

Эш сәфәре башында Андрей Назаров Воскресенск Кафедраль соборының төҙөлөш майҙансығында булды, шулай уҡ әлеге объектты төҙөү буйынса эштәрҙең ағымдағы торошо менән ентекләп танышты.

Хәҙерге ваҡытта, финанслау булмау сәбәпле, бында эштәр туҡтатылған. Төҙөлөштө тамамлау өсөн өҫтәмә финанстар талап итә торған эштәр исемлеген башҡарырға кәрәк.

Воскресенский соборы протоиерей Илья Аликсакин һүҙҙәре буйынса, ғибәҙәтхана мәхәллә кешеләре араһында ҙур ихтыяжға эйә һәм дөрөҫөн әйткәндә, Октябрь районы биләмәһендә берәү генә.

- Комсомол урамы буйынса ҙур булмаған ғибәҙәтхана бар, әмма хәҙерге ваҡытта ул техник торошо менән бәйле рәүештә ябылған, – тип һөйләне Илья Аликсакин.

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров билдәләп үтеүенсә, ғибәҙәтхананы төҙөп бөтөрөргә һәм беренсе этапта тышҡы селтәрҙәрҙе тикшереү һәм төҙөкләндереүгә финанс саралары бүлеп бирергә кәрәк.

Бынан тыш, Андрей Назаров «Глумилино» микрорайонын комплекслы үҫтереү, шул иҫәптән, биләмәне төҙөкләндереү һәм социаль объекттар ойоштороу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

Эш сәфәренең киләһе объекты Өфө автотранспорт колледжы булды.

Уға 1930 йылда нигеҙ һалынған. 203 студент белем ала. Оператив идарала дөйөм майҙаны 18 682 квадрат метр булған 7 йорт һәм ҡаралты урынлашҡан, уларҙың бер өлөшөнә ремонт талап ителә.

Ҡатнашыусылар уҡыу йортының киләсәктәге үҫеш перспективалары тураһында фекер алыштылар. Айырым алғанда, һүҙ был этапта колледжды төҙөкләндереү проекты буйынса тәҡдим әҙерләнеүе тураһында барҙы. Бынан тыш, колледжды ҡаланың икенсе районына күсереү мөмкинлеге тураһында мәсьәләләр ҡаралды.

Андрей Назаров әйтеүенсә, Өфө автотранспорт колледжы - республиканың бай тарихлы терәк урта уҡыу йорттарының береһе. Колледжы һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте контролендә тора.

Бынан тыш, Андрей Назаров Өфө приборҙар төҙөү производство берләшмәһен, Салауат Юлаев исемендәге спорт-сәләмәтләндереү комплексын, 136-сы һанлы М. Искужин исемендәге Башҡорт лицейын, 13-сө һанлы «Алиса» олимпия резервы спорт мәктәбен, шулай уҡ Өфө шоссеһы буйынса 4-се һанлы йорт ихатаһында булды.  

Эш сәфәрен тамамлап, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөнөң тимер юл вокзалы биләмәһендә булдылар. Унда 1941 йылда фронтҡа киткән беренсе хәрби частәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Эш сәфәренә йомғаҡ яһап, Андрей Назаров коллегаларҙың иғтибарын күрһәтмәләрҙең үтәлешен шәхси контролдә тоторға кәрәклегенә йүнәлтте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA