Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө дауам итә

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың июль айында башланған көньяҡ йүнәлештәге сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙең төҙөлөшө дауам итә.

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә 2019 йылдың июль айында башланған көньяҡ йүнәлештәге сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күперҙең төҙөлөшө дауам итә. Объекты сафҡа индергәндән һуң, ул көнъяҡ йүнәлештәге автомобиль ағымын кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Сөнки бөгөнгө көндә эшләп килгән күперҙәрҙә Ырымбур шоссеһы һәм М-5 Урал федераль әһәмиәттәге автомобиль юлында йыш ҡына тығындар булып тора. Билдәләп үтәбеҙ, тәүлеккә күперҙәрҙән 125 мең автомобиль үтә.

688 метр оҙонлоғо тәшкил иткән яңы объект ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индерелеп, Ырымбур яғына бер яҡлы хәрәкәттән торасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса «Уралмостострой» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Василий Чекуров әйтеүенсә, бөгөнгө көндә төҙөү эштәре барлыҡ ете нығытмаларҙа раҫланған график буйынса бара. Объектта эште 150-170 тирәһе кеше башҡара һәм самосвал, бульдозерҙар, йөк күтәреү крандары, быраулау ҡоролмалары йәлеп ителгән. Төҙөү эштәре заманса технологиялар буйынса, һауа шарттарына ҡарамай башҡарыла.

Объект сафҡа индерелгәндән һуң, автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтеләсәк. Ҡалаға инеү 1991 йылда һалынған күперҙән, сығыу - яңы күперҙән ойоштороласаҡ. 1956 йылда төҙөлгән иҫке күпер реконструкцияға ябыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA