Өфө Хакимиәтендә оператив кәңәшмә булып уҙҙы

21 ғинуарҙа муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

21 ғинуарҙа муниципалитетта сираттағы аҙналыҡ оператив кәңәшмә булып уҙҙы. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

Көн тәртибендәге мәсьәләләр буйынса фекер алышыр алдынан Өлфәт Мостафин коллегаларына кадрҙар үҙгәрештәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай итеп, ҡала Хакимиәтенең Кадрҙар менән тәьмин итеү һәм муниципаль хеҙмәт идараһы етәксеһе вазифаһына Айгөл Абзалтдинова билдәләнде. Бынан тыш, «Өфө-печать» муниципаль унитар предприятиеһы директоры итеп Азат Фәйзуллин билдәләнде.

Оператив кәңәшмәне дауам итеп, Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Аскат Хәйруллин Пекин урамы буйынса урынлашҡан йортта булған хәл тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай итеп, тикшереү һөҙөмтәләре буйынса подъезда авария конструкцияларын һүтеү һәм яңыларын төҙөү тәҡдим ителә.

Унан һуң Өфө Хакимиәте башлығы юлдарҙы һәм ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыуға ҡағылышлы мәсьәләләргә иғтибар итте.

- Коммуналь хеҙмәттәр ҡала райондары башлыҡтары менән берлектә, юлдарҙы, күперҙәрҙе боҙлауыҡҡа ҡаршы эшкәртеүгә ҙур иғтибар бирегеҙ. Тротуарҙарҙы, туҡталыштар майҙансыҡтарын һәм йәйәүлеләр юлдарын, күтәрмәләрҙе һәм баҫҡыстарҙы эшкәртегеҙ, – тип әйтте Өлфәт Мостафин.

Оператив кәңәшмә барышында Өфө Хакимиәте башлығы ямғыр һыуҙары канализацияһы рәшәткәләренең торошона баҫым яһаны һәм ҡала хеҙмәттәренә уларҙы ваҡытында таҙартырға ҡушты.

Өлфәт Мостафин шулай уҡ торлаҡ ойошмаларының ихаталарҙы комплекслы рәүештә йыйыштырыуҙы дауам итеүен билдәләп үтте. Ул өй баштарын һәм подъезд ҡыйыҡтарын таҙартыуҙы үҙ эсенә ала.

- Ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса коммуналь техника һаны сағылған интерактив картаны Өфө Хакимиәтенең рәсми сайтына урнаштырырға ҡушам. Халыҡ реаль ваҡыт режимында ҡала буйынса махсус техника эшен күрергә тейеш, - тине ул.

Һуңынан бер нисә актуаль мәсьәлә ҡаралды. Айырым алғанда, ҡала Хакимиәтенең Транспорт һәм элемтә идараһының 2019 йылғы эш һөҙөмтәләре һәм ағымдағы йылға бурыстары тураһында Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар Юланов һөйләне.

Өфө Хакимиәте башлығының үткән кәңәшмәләрҙә яңғыраған йомоштарын үтәү тураһында ҡаланың Дим районы Хакимиәте башлығы Айҙар Базгутдинова мәғлүмәт бирҙе.

Керәшен байрамын билдәләүгә арналған сараларҙы үткәреү һөҙөмтәләре тураһында Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Граждандар йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек итеү идараһы етәксеһе Артур Гаффаров хәбәр итте.

Оператив кәңәшмәне тамамлап, Өлфәт Мостафин Өфө ҡалаһы биләмәләрен биҙәү буйынса үткәрелгән конкурстарына бөгөн йомғаҡ яһаласаҡ икәнен иҫкәртте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA