Коммуналь хеҙмәттәр урамдарҙы ҡарҙан таҙартыуҙы дауам итә, боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар менән эшкәртә

Өфөнөң Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары ҡаланы төҙөкләндереү һәм урамдарҙы таҙартыу эштәрен тәүлек әйләнәһенә дауам итә.
Өфөнөң Ленин районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары ҡаланы төҙөкләндереү һәм урамдарҙы таҙартыу эштәрен тәүлек әйләнәһенә дауам итә. Әлеге мәлдә Ленин районының төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 28 берәмек махсус техникаһы һәм 28 хеҙмәткәре эштәргә йәлеп ителгән. Улар юлдарҙы, тротуарҙарҙы, йәмәғәт транспорты туҡталыштары майҙансыҡтарын таҙарта һәм эшкәртә, ә үҙбушатҡыс машиналар ҡар сығара. Боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар ҙа ҡулланыла: үткән төндә юлдарға 2,4 тонна «Бионорд» һәм 18 тонна ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибелгән. Торлаҡ хужалығы тресы хеҙмәткәрҙәре лә йорт ихаталарын ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартыуҙы дауам итә – уларҙың ҡарамағында бөгөн 345 йорт иҫәпләнә. Эштәргә 8 берәмек техника һәм 34 урам һепереүсе йәлеп ителгән, шулай уҡ ҡала халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында 20 эшсе ҡарҙан, боҙҙан һәм боҙбармаҡтарҙан йорт түбәләрен һәм ҡыйыҡтарын таҙартыу менән мәшғүл. Бөгөн дүрт йорттоң ҡыйығын тулыһынса ҡарҙан таҙартыу планлаштырылған. «Горзеленхоз» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Коммунистик һәм Ғафури урамдарын таҙарта. Графикка ярашлы ҡар тейәү һәм сығарыу эштәре башҡарыла. Төндә Аксаков һәм Мостай Кәрим урамдарынан 91 рейста 1210 кубометр ҡар һәм 24 кубометр сүп-сар сығарылған. Әлеге мәлдә Галле ҡалаһы урамы боролмаһынан, Коммунистик, Ғафури һәм Свердлов урамдарынан ҡар сығарыла. Йәйәүлеләрҙең хәүфһеҙлегенә айырым иғтибар бүленә – юл эшселәре райондың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан тротуарҙарҙы таҙартыу менән шөғөлләнә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA