Өфөлә Керәшен һыу инеүҙәрендә 14 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

19 ғинуар православие динен тотоусылар Керәшен байрамын билдәләне. Был көндө сиркәүҙәрҙә, йылға, күлдәрҙә, ҡоҙоҡтарҙа һыуҙы изгеләндерәләр. Байрам йолаларының береһе – һыу ятҡылығында мәке тишеп һыу инеү.

19 ғинуар православие динен тотоусылар Керәшен байрамын билдәләне. Был көндө сиркәүҙәрҙә, йылға, күлдәрҙә, ҡоҙоҡтарҙа һыуҙы изгеләндерәләр. Байрам йолаларының береһе – һыу ятҡылығында мәке тишеп һыу инеү.

Быйыл Өфөлә мәке баш ҡаланың һәр районында ойошторолдо. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары уңайы өсөн Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең рәсми сайтында мәкеләрҙең интерактив картаһы эшләне.

19 ғинуар 14 494 кеше изгеләндерелгән һыуҙа үҙҙәрен сафландырҙы.

Шулай итеп, Дим районында мәке Кустарево күлендә, Калинин районында - Князево ауылында Өфө йылғаһында, Киров районында – Ағиҙел йылғаһында, Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында, Ленин районында - Нижегородка биҫтәһендә, тимер юлы күпере эргәһендә, Октябрь районында – Өфө йылғаһында, Һупайлы биҫтәһенең «Ҡояш Яры» пляжында, Орджоникидзе районында – Ағиҙел йылғаһында, «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә һәм Совет районында – Иван Якутов паркында Һалдат күлендә урынлаштырылды.

Һалдат күлендә һыуға инеүселәрҙең һаны 3 240 булһа, Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында - 2 926, ә Һупайлы биҫтәһендә 2 215 кеше теркәлде.

Билдәләп үтәбеҙ, һыу инеү урындарында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләне. Һыуға сумыу урыны хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсаты менән баҫҡыстар менән йыһазландырылып, кейемде алмаштырыу өсөн йылытылған палаткалар һәм эҫе сәй ойошторолдо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA