18.01.2020
1843
18 ғинуарҙа «Динамо» стадионында «Урал» волейбол клубы Красноярскиҙың «Енисей» клубын ҡабул итте. Матчҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, шулай уҡ бөтөн Рәсәй волейбол федерацияһы генераль секретаре Александр Яременко килде.
Ҡаты көрәшкә, көйәрмәндәреҙең актив ярҙамына ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфө командаһы 0:3 иҫәбе менән еңелделәр (21:25, 27:29, 27:29).
Уйындарҙың һөҙөмтәләре һәм йәҙүәле менән «Урал» волейбол клубының рәсми сайтында танышырға мөмкин.