Өфөлә «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы дауам итә

Экологик акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.

Экологик акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.

Өфөлә 18 ғинуарҙа ылыҫлы ағастарҙы 26 пункттарҙа ҡабул иттеләр. Беренсе булып тапшырғандарға тәмле күстәнәстәр эләкте.

Экологик сара  сиктәрендә Миниғәле Ғөбәйҙуллин,6 урамындағы һәм Һәҙиә Дәүләтшина, 11/1 бульварында урынлашҡан сауҙа комплекстарының майҙансыҡтарында, шыршыларҙы тапшырыу урындарының береһендә, акция уңайынан күңел асыу сараһы үтте.

Бынан тыш, Дим биҫтәһендә ҡарағайҙарҙы һәм шыршыларҙы йыйыу маҡсаты менән күсмәле «Елкомобиль» эшләне.

- Акцияға өфөлөләрҙең дәррәү ҡушылғаны ҡыуандыра. Бер килгәндә бер ыңғай күршеләрҙең дә ағастарын бергә тейәп килгәндәре лә булды. «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы» базаһында акцияның беренсе көндәрендә йыйылған 35 кубометр самаһы ылыҫлы ағас эшкәртелде, - тип билдәләп үтте Йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса идаралығының экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы Ольга Филева.

Билдәләп үтәбеҙ, «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы 19 ғинуарҙа ла эшләйәсәк.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA