Өлфәт Мостафин «Инвестицион сәғәт» үткәрҙе

16 ғинуарҙа муниципалитетта Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин алып барҙы.

16 ғинуарҙа муниципалитетта Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин алып барҙы.

Ултырышта республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы вәкилдәре, Өфө ҡалаһының ҡала округы Советы депутаттары һәм ҡала Хакимиәтенең структур бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты.

Инвестицион сарала ҡатнашыусылар иғтибарына С 11 индустриаль паркты үҫтереү буйынса инвестицион программаны тормошҡа ашырыу проекты тәҡдим ителде. Уны «Мөлкәт компанияһы «Би энд Би» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлгә ҡуйыусы Сәид Закиров тәҡдим итте.

Уның һүҙҙәре буйынса, проекттың маҡсаты – ағас эшкәртеү һәм индивидуаль торлаҡ йорттар етештереүҙе ойоштороу буйынса бәйле технологик производстволар комплексын булдырыу. Инвестициялар күләме, 178 яңы эш урыны булдырып, 300 миллион һум тәшкил итәсәк.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн инвестор уны Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестицион проекттары исемлегенә индереүҙә ярҙам итеүҙе һорай.

Өлфәт Мостафин проектҡа ярҙам итеүҙе белдерҙе һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA