Өфөлә «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы сиктәрендә йыйылған шыршыларҙы эшкәртәләр

14 ғинуарҙа «Горзеленхоз» предприятиеһы базаһында «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияның беренсе көндәрендә йыйылған шыршыларҙы эшкәртәләр. Бының өсөн барлығы 35 кубометр самаһы ылыҫлы ағас тапшырылды.

Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу маҡсатынан Өфөлә «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы дауам итә.

Бөгөн, 14 ғинуарҙа, «Горзеленхоз» предприятиеһы базаһында акцияның беренсе көндәрендә йыйылған шыршыларҙы эшкәртәләр. Бының өсөн барлығы 35 кубометр самаһы ылыҫлы ағас тапшырылды.

«Горзеленхоз» предприятиеһының  урман хужалығы һәм урман-парк эштәре бүлеге етәксеһе Максим Щербаков хәбәр итеүенсә, предприятие йыл һайын яңы йыл байрамдарынан һуң шыршыларҙы эшкәртеү  буйынса экологик саралар үткәрә. Ағымдағы йылда әлеге саралар «Шыршыларҙы — юнысҡыға» акцияһын тормошҡа ашырыу менән туранан-тура килде, уның барышында «Горзеленхоз» һәм «Кроношпан» заводы ылыҫлы ағастар ҡабул итә.

- Шыршы, ҡарағай кеүек ағастарҙы эшкәртеү өсөн беҙ яңы инглиз ботаҡтар ваҡлау Greenmech Arborist 150 аппаратын ҡулланабыҙ. Һуңынан был продуктты беҙ урман питомнигында ер структураһын яҡшыртыу өсөн ҡулланабыҙ, - тип билдәләп үтте ул.

Шулай уҡ был ағас юнысҡыһын теплицаларҙа һәм питомниктарҙа тупраҡтың сифатын яҡшыртыу өсөн ҡулланалар. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Балалар экология-биология үҙәгендә уны розаларҙы ҡышҡы ваҡытта һыуыҡтарҙан ҡаплау өсөн ҡулланалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, экологик сара 18 һәм 19 ғинуарҙа уҙасаҡ. 18 ғинуарҙа Миниғәле Ғөбәйҙуллин, 6 урамындағы һәм Һәҙиә Дәүләтшина, 11/1 бульварында урынлашҡан  сауҙа комплекстарының майҙансыҡтарында акция уңайынан күңел асыу сараһы үтәсәк. Сара сәғәт 12.00 башлана.

Бынан тыш, Дим биҫтәһендә ҡарағайҙарҙы һәм шыршыларҙы йыйыу маҡсаты менән күсмәле «Елкомобиль» эшләйәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA