14 ғинуарҙа Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Усть-Катав вагон төҙөү заводы» акционерлыҡ йәмғиәте генераль директоры Роман Новиков менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
Осрашыуҙа шулай уҡ заводтың башҡарма директоры Артем Бахарев һәм генераль директор урынбаҫары Сергей Солодовников ҡатнашты.
Яҡтар баш ҡалала трамвай хәрәкәт составын яңыртыу мәсьәләләре, шулай уҡ хеҙмәттәшлек һәм үҫеш перспективалары тураһында фекер алыштылар.
Айырым алғанда, Роман Новиков хәбәр итеүенсә, завод республика баш ҡалаһына яңы трамвай составының өлгөһөн һынарға бирергә әҙер.