Православ христиандарҙың байрамы уңайынан Өфөлә мәке баш ҡаланың һәр районында ойоштороласаҡ

19 ғинуар православие динен тотоусылар Керәшен байрамын билдәләй.

Православ христиандарҙың байрамы уңайынан Өфөлә мәке баш ҡаланың һәр районында ойоштороласаҡ

19 ғинуар православие динен тотоусылар Керәшен байрамын билдәләй. Был көндө сиркәүҙәрҙә, йылға, күлдәрҙә, ҡоҙоҡтарҙа һыуҙы изгеләндерәләр. Байрам йолаларының береһе – һыу ятҡылығында мәке тишеп һыу инеү. 2020 йылда Өфөлә байрам уңайынан мәке баш ҡаланың һәр районында ойоштороласаҡ:
– Дим районында - Кустарево күлендә;
– Калинин районында - Князево ауылында Өфө йылғаһында;
– Киров районында – Ағиҙел йылғаһында, Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында;
– Ленин районында - Нижегородка биҫтәһендә, тимер юлы күпере эргәһендә;
– Октябрь районында – Өфө йылғаһында, Һупайлы биҫтәһенең «Ҡояш Яры» пляжында;
– Орджоникидзе районында – Ағиҙел йылғаһында, «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы эргәһендә;
– Совет районында – Иван Якутов паркында Һалдат күлендә.

Һыу  инеү урындарында Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк. Һыуға сумыу урыны хәүефһеҙлек тәьмин итеү маҡсаты менән баҫҡыстар менән йыһазландырыласаҡ. Шулай уҡ кейемде алмаштырыу өсөн йылытылған палаткалар һәм эҫе сәй ойоштороу ҡаралған.

Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренән баш тартмаҫҡа һәм һыу инеү йолаһын махсус урындарҙа ғына үтәү һорала.  Бәхетһеҙ эҙемтәләрҙе иҫкәртеү маҡсаты менән һаулыҡтары ныҡ булмағандарға һыуға сумыуҙан ситләнергә кәңәш ителә. Шулай уҡ балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға, спиртлы эсемлектәр эсергә, боҙға ҙур төркөм менән сығырға тыйыла. Дин әһелдәре был традицияға һаҡсыл ҡарарға өндәй.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA