Андрей Назаров Өфөнөң социаль объекттар төҙөлөшөн тикшерҙе

28 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡаланың социаль объекттарын тикшереп сыҡты.

28 декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең башлығы Өлфәт Мостафин баш ҡаланың социаль объекттарын тикшереп сыҡты.

Юбилей объекттары исемлегенә ингән Инорс биҫтәһенең Төхвәт Йәнәби бульварында урынлашҡан бассейн төҙөлөшө аҙағына яҡынлашып килә.

Проекттың төп үҙенсәлеге тиҙ ҡоролмалы һәм күп функциялы булыуында. Бассейндан тыш, бында фитнес һәм тренажерҙар залы, һыуҙы заманса таҙартыу системаһы, кейем алмаштырыу, душ, медицина бүлмәләре буласаҡ.

Бөгөнгө көндә объектта электромонтаж һәм эске эштәр алып барыла.

Тикшереү барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төҙөлөш эштәренә бер нисә мөһим иҫкәрмә яһаны.

- Объектта газға тоташтырыу буйынса хәл ителмәгән мәсьәләләр ҡалған. Быға өс аҙна ваҡыт бирелә. 15 ғинуарға тиклем бар эштәр үтәлеп, объект сафҡа индерелеүгә әҙер булырға тейеш, - тине ул.

 «Дим-6» биҫтәһендә Андрей Назаров № 252 һанлы балалар баҡсаһын тикшерҙе. Ул пищеблок, балалар бүлмәһен, техник бинаһын ҡарап сыҡты. Был объектта төҙөлөш тамамланған тиерлек. Балалар баҡсаһы 240 урынға иҫәпләнгән һәм бында 12 төркөм буласаҡ.

Үҙ сиратында, Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төркөмдәрҙе комплектациялау эштәре барыуы тураһында әйтте. Бынан тыш, бөтә тейешле процедуралар тамамланыуы һәм яҡын арала бүлмәләрҙе йыһазландырыуы тураһында хәбәр итте.

Эш сәфәрен йомғаҡлап, Андрей Назаров яҡын арала объектты сафҡа индереү тураһында белгертте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA