Өлфәт Мостафин ҡаланың Октябрь районын төҙөкләндереү хеҙмәтендә һәм Өфөнөң 1-се һанлы Пассажирҙар автотранспорты предприятиеһында булды

28 декабрь көндө Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Октябрь районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһын һәм Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Өфөләге 1-се һанлы Пассажирҙар автотранспорты предприятиеһын тикшерҙе.

28 декабрь көндө Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Октябрь районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһын һәм Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Өфөләге 1-се һанлы Пассажирҙар автотранспорты предприятиеһын тикшерҙе.

Октябрь районын төҙөкләндереү хеҙмәте учреждениеһында Өлфәт Мостафин махсус техника, гараж цехтары, хеҙмәт һәм диспетчерлыҡ биналарын ҡараны. Өфө Хакимиәте башлығына Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарында техниканың эшкә әҙерлеге тураһында хәбәр иттеләр.

- Барлыҡ техника һәр саҡ һәм төрлө шарттарҙа эшләргә тулыһынса әҙер. Беҙ бактарға яғыулыҡ күләмен күҙәтергә мөмкинлек бирә торған махсус датчиктар урынаштыра башланыҡ. Килемде һәм сығымды контролдә тотабыҙ, - тип хәбәр итте «Октябрь районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһының директоры Рим Латипов.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ағымдағы йылдың октябрь айында Октябрь районында хеҙмәт күрһәтеү майҙандары, техника һәм учреждение штаты буйынса муниципаль биремдәр бүлеге булған икенсе муниципаль бюджет учреждениеһы ойошторолдо. Штат 183 кешенән тора, шуларҙың 77-һе – машина йөрөтөүселәр һәм механизаторҙар.

Учреждениены ҡарап сығыу һөҙөмтәһе буйынса Өлфәт Мостафин коллективҡа киләсәктә лә эштәрендә уңыштар теләне, шулай уҡ учреждениеның оҫтаһы Винер Исмәғилевте тыуған көнө менән ҡотланы.

Һуңынан Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының Өфөләге 1-се һанлы Пассажирҙар автотранспорты предприятиеһында булды. Предприятие директоры Павел Аверьянов эшсәнлектең төп аспекттары тураһында һөйләне. Шулай итеп, бөгөнгө көндә предприятиела 1 000 ашыу кеше эшләй, көн һайын линияға 350-нән артыҡ автобус сыға, улар көн һайын 100 000-гә тиклем кешене йөрөтә.

- Ваҡыты-ваҡыты менән автобус паркы яңыртыла, предприятиеның экологик яғыулыҡтағы метан һәм пропанда яңы автобустары барлыҡҡа килде, - тип өҫтәне Павел Аверьянов.

Өлфәт Мостафин предприятиеның үҙәк диспетчерлыҡ хеҙмәтендә, медицина кабинетында булды, шулай уҡ коллектив менән аралашты.

- Яңы йыл төнөндә, ғәҙәттәгесә, пассажирҙар ағымы артыр, тип көтөлә. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар ҡаршылыҡтарһыҙ өйҙәренә барып етә алһын өсөн, барлыҡ ресурстарҙы мөмкин тиклем ҡулланырға кәрәк, – тип билдәләне ҡала Хакимиәте башлығы.

Һуңынан Өлфәт Мостафин предприятие хеҙмәткәрҙәрен Яңы йыл менән ҡотланы һәм байрам сменаһын хәүеф-хәтәрһеҙ эшләүҙәрен теләне.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA