Өфөлә Ҡыш бабайҙар парады үтте

28 декабрҙә Өфөлә иң матур һәм ҡыҙыҡлы сараларҙың береһе – Ҡыш бабайҙар парады булды.

28 декабрҙә Өфөлә иң матур һәм ҡыҙыҡлы сараларҙың береһе – Ҡыш бабайҙар парады булды. Яңы йыл алды йөрөшөндә тылсымсылар һәм әкиәт персонаждары костюмдары кейгән 700 кеше ҡатнашты. Парадты Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу, шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайының Ҡыш бабайҙар тынлы оркестры етәкләне.

Башҡортостан баш ҡалаһының барлыҡ райондары тылсымсылары Өфө ҡала планетарийы биләмәһендә йыйылып, баш ҡаланың Ленин исемендәге төп майҙанына йүнәлделәр. Ҡатнашыусылар майҙан буйлап уҙҙылар, һәр үтеп барыусыны яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланылар.

Ғәҙәти булмаған яңы йыл ваҡиғаһында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова сәләмләне һәм яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы. Ул билдәләп үтеүенсә, бөгөн республика баш ҡалаһында матур традиция буйынса байрам көндәре асыла. 

Шулай уҡ Өфө ҡалаһы Граждандар һаҡлау идараһы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов бөтә халыҡҡа имен һәм тыныс ялдар теләне.

Һуңынан Ҡыш бабайҙар Яңы 2020 йылды ҡаршылауға әҙерлек тураһында рапорт һәм ант бирҙеләр. Һуңыраҡ парадта ҡатнашыусылар һәм байрам ҡунаҡтары төп шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнанылар. Улар барыһы бергә «Шыршы урманда тыуҙы» йырын йырланылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA