Өфөлә тәүге тапҡыр Ҡарһылыуҙар парады була

3 ғинуарҙа Өфөлә тәүге тапҡыр Ҡарһылыуҙар парады була.

Өфөлә тәүге тапҡыр Ҡарһылыуҙар парады була

3 ғинуарҙа Өфөлә тәүге тапҡыр Ҡарһылыуҙар парады була.

Сара «TERRA ZIMA» яңы йыл фестивале барышында ойошторола. Ул ҡышҡы көндәрҙең иң бай һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаһы булырға вәғәҙәләй. Фестивалдең тулыраҡ программаһы менән сайтта танышырға мөмкин.

Ҡыш бабайҙың ейәнсәре кейемендә теләгән һәр кем килергә мөмкин. Көндөҙгә сәғәт 2-гә Совет майҙанына йыйылырға кәрәк. Ҡарһылыуҙар Совет майҙанынан Ленин урамы буйлап «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексына тиклем атлап бара, унда флешмоб һәм төрлө конкурстар ойошторола. Иң сағыу һәм әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләктәр көтә.
Сара 14.00 сәғәттә башлана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA