24 декабрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында һәләтле балалар өсөн баш ҡала шыршыһы уҙҙы. Уны Өфө Хакимиәтенең мәғариф идараһы ойошторҙо.
Баш ҡала шыршыһы – һәләтле балалар, уҡыу алдынғылары, фән олимпиадаларында, ғилми хеҙмәт конкурстарында, спорт ярыштарында еңеүселәр, үҙешмәкәр сәнғәт фестивалдәре һәм ижади конкурстар лауреаттары өсөн йыл һайын уҙғарыла торған сара. Быйыл тамашаға 1000-дән артыҡ балалар саҡырыу алды.
Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменән бәләкәй өфөлөләрҙе һәм уларҙың ата-әсәләрен уның урынбаҫары Алина Сөләймәнова ҡотланы.
- Был залда бөгөн ҡаланың иң яҡшы балалары йыйылған - олимпиадаларҙа еңеүселәр, спортсылар һәм буласаҡ артистар. Ҡәҙерле балалар, мин һеҙгә хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын, яңынан-яңы еңеүҙәр һәм үрҙәр теләйем, - тине ул.
Бынан тыш, Алина Сөләймәнова педагогтарға һәм ата-әсәләргә балаларға ярҙам итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм илебеҙҙең, төбәгебеҙҙең һәм баш ҡалабыҙҙың киләсәге тап балаларҙа булыуын билдәләп үтте.
Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ҡала Мәҙәниәт һарайы фойеһында уйындар, мастер-класстар һәм күңел асыу программаһы ойошторолған ине. Уның сиктәрендә малайҙар һәм ҡыҙҙар, яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән бергә йомаҡтар систеләр, конкурстарҙа ҡатнаштылар, Ҡыш Бабай һәм Ҡарһылыу менән әйлән-бәйлән уйнанылар.
Сара «Бөтә юлдар ҙа Яңы йылға алып бара» тигән театрлаштырылған уйын-көлкө менән тамамланды.