24 декабрҙә муниципалитетта Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин үткәргән сираттағы оператив кәңәшмә уҙҙы.
Кәңәшмәне асып, ҡала Хакимиәте башлығы барыһын да Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән ҡотланы.
Һуңынан бүләктәр тапшырылды.
Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов ҡаланың физик культураһын үҫтереүгә өлөш индергән спортсыларға маҡтау билдәләре һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
17 декабрҙә Рәсәй Федерацияһыны Стратегик билгеләнештәге ракета ғәскәрҙәренә 60 йылы тулды. Был уңайҙан Башҡортостан Республикаһы Стратегик билгеләнештәге ракета ғәскәрҙәре ветерандары комитеты рәйесе Анатолий Балтинский Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинды «РВСН 60 йыл» юбилейлы миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләне.
Бынан тыш, Өлфәт Мостафин «Парковый» торлаҡ милекселәре ширҡәте вәкиле Александр Крапивинға бүләк тапшырҙы. Ул «Күп фатирлы йорттарҙы ярашлы итеп файҙаланыу һәм йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» тигән республика конкурсы һөҙөмтәләре буйынса өс номинацияла I урынға лайыҡ булды.
Кәңәшмәне дауам итеп, ҡала Хакимиәте башлығы хәбәр итеүенсә, үткән аҙнала ҡала өсөн мөһим ике объект – шорт-трек үҙәге һәм « Кустаревская» подстанцияһы асылды.
- Шорт-трек үҙәге ярҙамында беҙ ҡалабыҙҙа төрлө дәрәжәләге ярыштар үткәреүгә дәғүә ҡыласаҡбыҙ. Ә « Кустаревская» подстанцияһы, дөйөм алғанда, ҡаланың көньяҡ сиктәрен электр менән тәьмин итеүҙең ышаныслылығын арттырырға мөмкинлек бирәсәк, – тип әйтте Өлфәт Мостафин.
Быйыл өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн Яңы йылды байрам итеү сиктәрендә бик күп мәҙәни һәм спорт саралары планлаштырылған. Өфө Хакимиәте башлығы иғтибар итеүенсә, ҡала халҡының уңайлығы өсөн Хакимиәт сайтында «Яңы Йыл календары – Яңы йыл сараларының интерактив картаһы» сервисы эшләй. Унда Өфө ҡалаһы биләмәһендә үткәрелә торған төп мәҙәни-тамаша, спорт һәм башҡа саралар сағылдырылған.
Шулай уҡ, кәңәшмә барышында Өлфәт Мостафин тейешле хеҙмәттәргә шыршыларҙы легаль булмаған һатыу һәм сауҙа нөктәләрен ойоштороу мәсьәләһен контролдә тоторға ҡушты, алкоголь һәм суррогат продукцияны законһыҙ һатыу менән көрәште көсәйтеүҙең мөһимлеген билдәләп үтте.
Һуңынан башҡа актуаль мәсьәләләр буйынса фекер алыштылар. Айырым алғанда, Өфө ҡалаһында Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү тураһында Граждандарҙы яҡлау идараһы етәксеһе Рафаэль Әхмәтов һөйләне.
Баш ҡалала Яңы йыл көндәрен байрам итеү осоронда йәмғиәт хәүефһеҙлеген һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү тураһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идараһының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция башлығы урынбаҫары вазифаларын ваҡытлыса башҡарыусы Илдус Шәңгәрәев һөйләне.
Шулай уҡ, Яңы йыл байрамдары көндәрендә Өфө ҡалаһы ҡала округында медицина ярҙамын ойоштороу тураһында халыҡ сәләмәтлеген һаҡлау бүлеге башлығы Рәдиф Сабиров мәғлүмәт бирҙе.
Оператив кәңәшмә аҙағында Өлфәт Мостафин байрам алды көндәрендә, Яңы йыл төнөндә һәм каникулдар ваҡытында йәмәғәт тәртибен, граждандарҙың хәүефһеҙлеген һәм янғын һүндереү хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирергә кәрәклеген билдәләне.