Өфөлә юлдарҙы ремонтлағанда ҡойолған асфальт-бетон ҡатнашмалары ҡулланыла

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм юл япмаһының артабан емерелеүенә юл ҡуймау маҡсаты менән Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам ителә.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм юл япмаһының артабан емерелеүенә юл ҡуймау маҡсаты менән Өфөлә соҡорҙарҙы ямау эштәре дауам ителә. Яңы технология юлдарҙа йыл әйләнәһенә ремонт үткәрергә форсат бирә. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эштәре бөгөн Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендә барҙы.

Белгестәр әйтеүенсә, ҡайнар ҡойолған асфальт-бетон ҡатнашмалары менән ремонт яһау түбән температурала ла ҡаралған.

Был йәһәттән юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы водителдәргә мөмкин тиклем иғтибарлы булырға, ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт теүәл үтәргә кәңәш ителә.

  


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA