Баш ҡаланың Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ

Өфөлә 28 декабрҙә сәғәт 12.00 йыл да ойошторолған Ҡыш бабайҙар парады үтәсәк. Сарала ҡаланың бар райондарынан әкиәт геройҙары йыйыласаҡ.

Өфөлә 28 декабрҙә сәғәт 12.00 йыл да ойошторолған Ҡыш бабайҙар парады үтәсәк. Сарала ҡаланың бар райондарынан әкиәт геройҙары йыйыласаҡ.

Был көндө Ҡыш бабайҙар Ленин исемендәге майҙанда парад менән үтәсәктәр. Байрам ваҡытында Ҡала мәҙәниәт йорто оркестры, «Держава» төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Сарала ҡатнашырға теләүселәрҙән заявкалар ҡабул итеү дауам итә. Бының өсөн Өфө ҡалаһының район хакимиәттәренең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлегенә мөрәжәғәт итеү һорала.

Ҡыш бабайҙарҙың йыйылыу урыны – планетарий алдындағы майҙансыҡта.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA