Өлфәт Мостафин мәктәп медиаүҙәк вәкилдәре менән осрашты

11 декабрҙә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин мәктәп медиацентр вәкилдәре менән осрашты.

11 декабрҙә муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин мәктәп медиацентр вәкилдәре менән осрашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин журналисттарҙың эшмәкәрлеге ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс икәнен билдәләп үтте.

- Арағыҙҙа мәктәп программаларын алып барыусылары ла бар. Киләсәктә һеҙҙе федераль киң мәғлүмәт сараларында күрербеҙ тип ышанам, - тигән теләк белдерҙе ул.

Осрашыу барышында 103-сө мәктәп уҡыусыһы, йәш журналист Ольга Осинцева ҡаланың мәктәп медиаүҙәктәре тураһында һөйләне. Өфө мәктәптәрендә 580 уҡыусы 18 медиастудияларҙа эшләп килә.

- Был проекттарҙа беҙ коллектив эсендэ эшләргә, бер беребеҙгә ярҙам итергә өйрәнәбеҙ, - тине Ольга Осинцева.

Ул әйтеүенсә, студия журналисттары мәктәп ара, район һәм ҡала ваҡиғаларын, Мәскәү, Ижевск ҡалаларында үткән конкурстар һәм фестивалдәрҙе медиа сараларында сағылдырҙылар.

Уҡыусылар Өфөлә мәктәп медиаүҙәктәре фестивален үткәреү мөһимлеген белдерҙе.

Осрашыу аҙағында Өлфәт Мостафин уҡыусыларға мәктәп студияларына кәрәк йыһаздарын алыуға сертификаттар тапшырҙы.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA