Өфө ҡалаһында күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын бойомға ашырыуға ярашлы эштәр дауам итә. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башланған һәм 6 йылға иҫәпләнгән.
Быйыл ҡалала 579 млн һумға 1 288 подъезда ремонт эштәр башҡарыу планлаштырылған ине.
Шулай итеп, 9 декабргә ҡарата, эштәр 835 подъезда тамамланған, ә 453 подъезда тамамланыуға яҡын.
Эштәрҙең заказсыһы булып «Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы» тора. Программаны финанслау республика (90%) һәм ерле (10%) бюджеттарҙан тормошҡа ашырыла.
Билдәләп үтәбеҙ, 2020 йылда төҙөкләндерелергә тейешле йорттарҙың яҡынса исемлеге әҙерләнгән. Ул 360 йортта 1 177 подъезды комплекслы ремонтлауҙы күҙ уңында тота. Исемлек менән Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең рәсми сайтында түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин.