Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы тарихы музейында булды

10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы тарихы музейында булды. Музей сентябрҙә асылып, өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары араһында популярлыҡ яуланы.

10 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы тарихы музейында булды. Музей сентябрҙә асылып, өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары араһында популярлыҡ яуланы.

Музей фондында меңдән ашыу әйберҙәр тупланған һәм ул XVI быуаттан башланған дүрт тарихи бүлектән тора. Унда төрлө портреттар, фото, видеоматериалдар һәм ҡаланың картаһы сағылдырылған. Архив әйберҙәрҙең күпселеге цифрлы форматта презентацияланған.

Республика башлығы баш ҡаланың төрлө үҫеш этаптарын күрһәткән көнкүреш әйберҙәре менән танышты. Шулай уҡ ул 9 декабрҙә асылған билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһен ҡарап сыҡты. Рәссамдың эштәре ижтимағи-сәйәси темаларға бағышланған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA