Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

10 декабрҙә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

«...Бер йыл элек, республикаға ҡайтҡас, Башҡортостандағы хәлде баһалай башланым һәм беҙҙең проблемаларҙың асылы  торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, медицина йәки мәғарифта түгеллеген аңланым. Хәйер, унда ла барыһы ла камил тип әйтеп булмай.

Шулай ҙа төп мәсьәлә – тарҡаулыҡта.

Ата-бабаларыбыҙ һәр ваҡыт мөһим һорауҙарҙы күмәкләп хәл итер булған. Ә мин идара итеү вертикалендә, айырым коллективтарҙа, ғөмүмән, йәмғиәттә берҙәмлекте күрмәнем. Ниндәйҙер аҡланмаған өмөтһөҙлөк, үҙ көсөңә, республиканың перспективаларына ышанмау күҙәтелде. Әйткәндә, ул күренеш ҡайҙалыр әле лә бар. Бөтәһе лә икенсе ҡалалар һәм илдәр тураһында һоҡланып һөйләй. Ә үҙебеҙ хаҡында ниндәйҙер өмөтһөҙ төбәк тигән фекер йәшәне. Шуға күрә беренсе көндән үк мин үҙемдең командам алдына амбициялы маҡсаттар ҡуйҙым. Ул саҡта күп кенә коллегаларым быны һағайып ҡабул итте. Өлгәшә алырлыҡ планка ҡуйыу яҡшыраҡ булыуын белдерҙе. Сөнки улар аҙаҡтан «хеҙмәт ҡаһарманлыҡтары» тураһында матур итеп отчет бирергә мөмкин булырын аңлай. Ләкин мин бер ҡасан да улай эшләмәнем. Коллегаларыма ла юғары талап ҡуям»…


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA
スーパーコピー Posgrado de Psicología | UNAM ブランド時計コピー Hpss - Universidad de Murcia ブランド時計コピー 株式会社アローン ブランド時計コピー スーパーコピー ロレックス時計コピー ブランド時計コピー ウブロ時計コピー スーパーコピー スーパーコピー シャネルコピー