Өфөлә үҙәк Яңы йыл майҙансыҡтары тантаналы асылды

9 декабрҙә ҡаланың өс майҙанында үҙәк шыршыларҙа байрамса уттар ҡабынды һәм боҙ ҡаласыҡтары эшен башланы. Быйыл ҡала шыршылары өс урында – Ленин, Совет майҙандарында һәм «Торатау» Конгресс- холы янында, урынлаштырылды.

 9 декабрҙә ҡаланың өс майҙанында үҙәк шыршыларҙа байрамса уттар ҡабынды һәм боҙ ҡаласыҡтары эшен башланы. Быйыл ҡала шыршылары өс урында – Ленин, Совет майҙандарында һәм «Торатау» Конгресс- холы янында, урынлаштырылды.

Тантаналы сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ҡатнашты.

- Беҙ бөгөн ҡаланың төп шыршыларын асыу тантанаһында ҡатнашабыҙ һәм артабан Өфөнөң район шыршыларын асасаҡбыҙ. Бының өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә рәхмәт белдерәбеҙ. Бынан тыш, сараларҙы Өфө ҡалаһы Хакимиәте лә финансланы, - тине Салауат Хөсәйенов.

Быйылғы үҙәк шыршыларының үҙенсәлеге  архитектур яҡтыртыуҙа һәм яҡтылыҡ конструкцияларында.  Баш ҡаланы яңы йыл кәйефен тыуҙырып, өфөлөлөләр һәм ҡала халҡы өсөн билдәле итальян яҡтылыҡ архитекторы һәм рәссамы Валерио Фестиҙың иллюминацион инсталляциялары биҙәй.

Салауат Юлаев майҙанында 32 метрлыҡ яһалма пиксель шыршыһы урын алған. Ул текст, һүрәт һәм музыка сағылдырған мультимедияһы менән үҙенсәлекле.

Ленин һәм Совет майҙандарын Благовещен урманынан килгән йәшел ҡупшыҡайҙар биҙәй. Әйтеп үтергә кәрәк, бер нисә йыл рәттән Совет майҙанында боҙ ҡаласыҡтары төҙөлмәгәндән һуң, быйыл был йола тергеҙелде.

Бынан тыш, шыршылар ҙур сауҙа үҙәктәре ҡаршыһында урынлаштырыла. Һәм һәр йылдағыса ҡала ихаталарында хоккей ҡумталары һәм боҙ ҡаласыҡтары урын аласаҡ. 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA