Өфөлөләрҙе «Балыҡ йәрминкәһенә» саҡыралар

14 декабрҙә «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы ҡаршыһында Ҡулса урамы буйлап аллеяла «Балыҡ йәрминкәһе» үтәсәк.

Өфөлөләрҙе «Балыҡ йәрминкәһенә» саҡыралар

14 декабрҙә «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексы ҡаршыһында Ҡулса урамы буйлап аллеяла «Балыҡ йәрминкәһе» үтәсәк.

Өфөлөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының төрлө балыҡ һәм диңгеҙ продукттарын һатып алырға мөмкинселектәре буласаҡ. Йәрминкәлә республика етештереүселәренең балыҡ продукцияһы тәҡдим ителәсәк.

Шулай уҡ йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары йәрминкә ҡунаҡтарына балыҡтан һәм диңгеҙ продукттарынан әҙерләнгән продукция тәҡдим итәсәктәр.

Сарала ҡала сәнғәт оҫталары сағыу концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡтар.

 «Балыҡ йәрминкәһендә» ҡатнашырға саф сөсө һыу һәм диңгеҙ балыҡтарын етештереүселәрҙе һәм һатыусыларҙы саҡырабыҙ. Ҡатнашыр өсөн «Меркурий» сауҙа-ҡунаҡхана комплексының тц-меркурий.рф сайтына һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығының upr@ufacity.info электрон адресына ғариза ебәрергә кәрәк.

«Балыҡ йәрминкәһенең» эш ваҡыты иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA