Өфөнөң торлаҡ ойошмалары күп фатирлы йорттарҙың ихаталарын ҡарҙан һәм боҙҙан комплекслы таҙартыу эштәрен дауам итәләр. Был ҡышта ихаталарҙы таҙартыу 9 декабрҙә башланасаҡ.
Бындай сараларҙы ойоштороу тәжрибәһе уларҙы үткәреүҙең һөҙөмтәһенән билдәләнде.
2019 йылдың декабренә ҡарата таҙартыу графигы менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға мөмкин: https://ufacity.info/press/news/345079.html
Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡала халҡын торлаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең эштәренә ҡарата хөрмәт күрһәтергә һәм таҙартыу эштәре ваҡытында шәхси автотранспортты ихатанан күсереп торорға саҡыра. Был эште сифатлыраҡ һәм тиҙерәк башҡарырға мөмкинселек бирәсәк.