Муниципалитетта «Өфө шишмәләре» проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде

27 ноябрҙа баш ҡала Хакимиәтендә «Өфө шишмәләре» проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе үтте.

27 ноябрҙа баш ҡала Хакимиәтендә «Өфө шишмәләре» проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе үтте.

Унда Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса идаралығы етәксеһе Артур Ғафаров, Өфө ҡалаһы ҡала округы Йәмәғәт палатаһы секретары Эрик Әхтәмов, баш ҡала райондарының хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Өфө шишмәһе» проектты тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт менән Өфө ҡалаһы Йәмәғәт палатаһы секретары Эрик Әхтәмов сығыш яһаны.

- Проект ҡала халҡын патриотик һәм экологик яҡтан тәрбиәләү, гражданлыҡ үҙаңын формалаштырыу һәм «Өфө – ете шишмә ҡалаһы» яңы туристик брендын булдырыу маҡсаты менән башҡарыла. Өфөнөң һәм уның тирә-яғы геологик үҙенсәлектәре ер-аҫты шишмәләре барлыҡҡа килеүе өсөн уникаль булып һанала.

Кәңәшмә барышында шулай уҡ Өфө биләмәһендәге һыу сығанаҡтарының һаны һәм уларҙың торошо һәм Сәғит Агиш урамындағы шишмәне төҙөкләндереү буйынса докладттар яңғыраны.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA