Өфө Яңы 2020 йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Өфөлә Яңы йылды ҡаршыларға әҙерлек эше башланды. Быйыл ҡала шыршыларын өс урында – Ленин, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында, урынлаштырыу планлаштырылған.

Өфө Яңы 2020 йылды ҡаршыларға әҙерләнә

Өфөлә Яңы йылды ҡаршыларға әҙерлек эше башланды. Быйыл ҡала шыршыларын өс урында – Ленин, Салауат Юлаев һәм Совет майҙандарында, урынлаштырыу планлаштырылған. Әйтеп үтергә кәрәк, бер нисә йыл рәттән Совет майҙанында боҙ ҡаласыҡтары төҙөлмәгәндән һуң, быйыл был йола тергеҙелде. 25 ноябрҙә унда Благовещен урмандарынан килтерелгән
 28 метрлыҡ йәшел ҡупшыҡай урын алды.

Дөйөм алғанда Өфө райондарында  16 боҙ майҙансыҡтары ойоштороу ҡаралған. Бөгөнгө көндә «Тулҡын» скверы алдындағы майҙанда, Арыҫлан Мөбәрәков урамында һәм сауҙа үҙәктәре алдында шыршылар ултыртылған.

22 ноябрҙә «Төҙөүсе» стадионында боҙ миҙгеле асылды. Быйыл 25-нән ашыу һырғалаҡ һәм 80-дән ашыу хоккей ҡумталары төҙөкләндереү планлаштырылған.

Ҡала халҡын күпләп байрам атмосфераһын булдырырға йәлеп итеү маҡсатында баш ҡалала учреждениелар һәм предприятиелар араһында «Байрамса Өфө» конкурсы иғлан ителде.

Конкурста ҡатнашырға төрлө милек формаһындағы сауҙа, спорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, йәштәр ойошмалары, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау  организациялар саҡырыла.

Яңы йылды байрам итеү мәле байрамса төҫ биреп торған тейешле мөхиттән тағы ла тылсымға көйләнә һәм матур хәтирәләр ҡалдыра.

Хөрмәтле өфөлөләр, һеҙҙе баш ҡалабыҙҙа байрамса кәйефте бергә булдырып, район биләмәләрен һәм ихата биҙәүҙә ҡатнашырға ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ.
 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA