18.11.2019
1712
Нижегородка биҫтәһенең Кушнаренко урамында йәшәүселәре ошо уҡ исемде йөрөткән тыҡрығын төҙөкләндереү тураһында күптән хыялланған. Тап ошонан урындағы балалар мәктәпкә йөрөй, әсәйҙәр сабыйҙарын балалар баҡсаһына алып бара бит. Әммә яҙғы һәм көҙгө миҙгелдә, бигерәк тә ҡойма ямғырҙарҙан һуң, был тыҡрыҡ үткеһеҙгә әүерелә.
ППМИ – 2020 проектында ҡатнашыусылар үҙҙәре урындағы киҫкен мәсьәләләрҙе билдәләү һәм уларҙы хәл итеү мөмкинлегенә эйә. Кушнаренко урамында йәшәүселәр ҙә конкурста ҡатнашырға һәм тыҡрыҡҡа таш түшәргә теләк белдерҙе. Бөгөн был мәсьәлә буйынса урам комитетының һуңғы кәңәшмәһе үтте, унда Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина ла ҡатнашты. Ул барыһына ла конкурстың талаптары тураһында һөйләне, ҡатнашыу өсөн кәрәк ғәмәлдәр менән таныштырҙы. Урындағы халыҡ башлаған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикабыҙҙа йыл һайын ҙур күләмдә саралар бүленә. ППМИ – 2020 программаһы сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан 1 миллион һумға, ә ҡала ҡаҙнаһынан 15 процентҡа тиклем финанслау ҡаралған. Шулай уҡ урындағы халыҡтың 5 проценттан 15 процентҡа тиклем күләмдә финанслауҙа ҡатнашыуы ла төп талаптарҙың береһе.
«Яҡындағы урамдарҙан уҡыусылар ошо тыҡрыҡ аша 24-се мәктәпкә йөрөй, әсәйҙәр бынан сабыйҙарын балалар баҡсаһына алып бара. Аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн магазиндарға барғанда ла ошонан үтәбеҙ. Шуға ла был тыҡрыҡтың тәртипкә килтерелеүен бөтәбеҙ ҙә түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ», – тип һөйләне урам комитеты рәйесе. Халыҡ финанслау өсөн кәрәкле аҡсаны йыйыуға һәм төҙөкләндереү эштәрендә ҡатнашыуға тулы әҙерлек белдерҙе.