Өфөнөң Орджоникидзе районында «Минең бизнес» үҙәгенең офисы асылды

Ул «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү» төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы Тыныслыҡ урамы,14 йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Өфөнөң Орджоникидзе районында  «Минең бизнес» үҙәгенең офисы асылды
Ул “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы Тыныслыҡ урамы,14 йорт адресы буйынса урынлашҡан. Унда эшҡыуарҙарға белгестәрҙән маркетинг, мәғлүмәти, юридик ярҙам һ.б. мәсьәләләр буйынса белешмә алыу мөмкинлеге бар. Йүнселдәр өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, бында ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы бер урынға туплаған проект офисы ла эшләй. “Минең бизнес” үҙәгендә яңы эш башлаған йүнселдәр ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларын үтә, төрлө семинарҙарҙа, тренингтарҙа ҡатнаша ала. Белешмә өсөн телефон: +7(347) 224-99-99.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA