Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлөшө бара

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһы сиктәрендә 2019 йылдың июль айында көньяҡ йүнәлештә сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә башланы.

Өфөлә «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» программаһы сиктәрендә 2019 йылдың июль айында көньяҡ йүнәлештә сығыу юлында Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә башланы. Ул әлеге көндәге ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индереләсәк.

Проектҡа ярашлы, яңы күперҙең метал ҡоролмаһы ете нығытмаға урынлаштырыласаҡ. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына.

Төҙөлөштөң беренсе этабында иҫке күперҙәрҙә хәрәкәтте сикләү булмаясаҡ. Икенсе этабында - автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтелеп, иҫке күпер төҙөкләндереләсәк.

Төҙөлөштө 2021 йылда тамамлау күҙаллана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA