Урамдарҙы таҙартыу планға ярашлы башҡарыла

Өфө ҡалаһы Ленин районының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары урамдарҙы таҙартыу һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эште планға ярашлы дауам итә.
Өфө ҡалаһы Ленин районының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары урамдарҙы таҙартыу һәм ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эште планға ярашлы дауам итә. Һуңғы тәүлектә был эштәргә Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 35 берәмек техникаһы һәм 28 хеҙмәткәре йәлеп ителгән. Һепереү-йыйыштырыу машиналары иртә менән райондың үҙәк урамдарын таҙартты, әлеге мәлдә юл селтәрҙәрен, күперҙәрҙе һәм урамдарҙы таҙартыу, шулай уҡ сүп-сар һәм ағас ботаҡтарын сығарыу менән мәшғүл. Үткән төндә улар 48 кубометр күләмендә сығарылған. Эшселәр Кесе Яр һәм Ферганская урамдарында ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡа, Сәләм урамында контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Шулай уҡ «Горзеленхоз» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре лә таң менән үҙ биләмәләре буйынса эшкә тотондо.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA