«Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы-2019» байрамы үтте

Ошо арала Ватанды һаҡларға юлланасаҡ бер төркөм егеттәр хөрмәтенә Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондарының хәрби комиссариатында «Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы-2019» тип исемләнгән күркәм сара үтте.
Ошо арала Ватанды һаҡларға юлланасаҡ бер төркөм егеттәр хөрмәтенә Өфө ҡалаһының Ленин һәм Киров райондарының хәрби комиссариатында «Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы-2019» тип исемләнгән күркәм сара үтте. Әрме – характерҙы сыныҡтырған һәм кисәге малайҙан ир-егет яһаған урын. Бында ысын һалдатҡа әүереләләр, ә илебеҙҙең тыныслығы өсөн яуаплылыҡ шул иҫәптән Ленин районынан саҡырылыусыларҙың да иңенә һалынған. Бөгөн уларға үҙ теләктәрен еткереү өсөн Үҙәк хәрби округы инспекторы, генерал-майор Владимир Трофимов, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссары урынбаҫары Рим Мусин, Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов, Киров һәм Ленин райондарының хәрби комиссары Юрий Алферов, Ленин районының ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Светлана Пахомова килгәйне. «Һеҙҙең иңгә Ватанды ҡурсалау яуаплылығы һалына. Бөгөндән патриотизм, намыҫ һәм бурыс төшөнсәләре тормошоғоҙҙа иң мөһим урынды биләйәсәк. Башҡортостан Республикаһы һеҙгә бағлаған өмөттө аҡларһығыҙ тип ышанабыҙ. Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт – ысын ир-егет яһаған һәм тормошҡа бөтөнләй башҡа күҙлектән бағырға ярҙам иткән мөһим осор», – тине сығышында Мирхәт Закир улы һәм егеттәрҙе Ленин районы Хакимиәте башлығы исеменән тәбрикләне. 2019 йылда Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 30 йыл тулыуы билдәләнә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөндә Владимир Трофимов һәм Юрий Алферов ветеран-интернационалистарҙы тантаналы рәүештә юбилей миҙалдары менән бүләкләп үтте. «Әрме дәүләтебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙы дошмандарҙан ҡурсалау өсөн кәрәк, шуға ла хәрби хеҙмәт һәр кем өсөн, ысынлап та, изге бурыс. Бөтәгеҙгә лә теүәл бер йылдан яҡындарығыҙ янына имен-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын», – тигән теләк белдерҙе Владимир Иванович. Бөтә сығыш яһаусылар ҙа һалдат рәүешендә үткән бер йылдың егеттәрҙең хәтерендә онотолмаҫ осор булараҡ һаҡланыласағы тураһында билдәләне һәм илебеҙ именлеге хаҡына хәрби эште етди үҙләштереүҙәрен теләне. Сара Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ «Йәдкәр» мәҙәниәт йортоноң «Хыялыйҙар» вокал ансамбле әҙерләгән концерт менән оҙатылып барҙы.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA