12.11.2019
2138
Баш ҡалабыҙҙың Достоевский, 64 адресы буйынса йортта йәшәүселәр үҙҙәренең ихатаһында балаларға заманса уйын майҙансығы урынлаштырырға теләй. Кисә урам комитеты йомғаҡлау йыйылышы үткәрҙе һәм урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү проекттары конкурсында ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе.
Йыйылышта урам комитеты вәкилдәренән тыш, Өфө ҡалаһының Ленин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Лилиә Зәйнуллина һәм Башҡортостан Республикаһының Фәндәр Академияһының Гражданлыҡ башланғыстарын өйрәнеү үҙәге консультанты Элмир Абдрахимов ҡатнашты. Улар барыһын да конкурс талаптары һәм ҡатнашыу өсөн кәрәкле аҙымдар менән ентекләп таныштырҙы. Урындағы халыҡ башлаған проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикабыҙҙа йыл һайын ҙур күләмдә саралар бүленә. ППМИ – 2020 программаһы сиктәрендә республика ҡаҙнаһынан 1 миллион һумға, ә ҡала ҡаҙнаһынан 15 процентҡа тиклем финанслау ҡаралған. Шулай уҡ урындағы халыҡтың 5 проценттан 15 процентҡа тиклем күләмдә финанслауҙа ҡатнашыуы ла төп талаптарҙың береһе. «Ни тиклем йортта йәшәүсе халыҡ проектта әүҙем ҡатнаша һәм ни тиклем финанслауға ҡушылырға әҙер – башланғысығыҙҙың уңышы ошоларға бәйле», – тип белдерҙе Элмир Фәғил улы һәм проект өсөн балдарҙың нисек иҫәпләнеүе тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренә ярашлы, күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең кәмендә ун процентының йыйылыштарҙа ҡатнашыуы үҙе үк проектты максималь күләмдә бал менән тәьмин итә, шулай уҡ урындағы халыҡтың, спонсорҙарҙың һәм хакимиәттең үҙ өлөшөн индереүе лә өҫтөнлөктәр бирә.
Был йортта йәшәүселәр проект тураһында бәләкәй генә видеоролик әҙерләгән, унда балалар ҙа төшкән. «Барыһынан да башланғысыбыҙ тураһында тик ыңғай фекерҙәр ишеттек һәм бик күптәрҙең уны хуплауын төшөндөк», – тиҙәр инициатив төркөм вәкилдәре. Балалар майҙансығына талап ителгән сығымдар иҫәпләнгән, уларҙың бер өлөшөн үҙ өҫтөнә алырға теләүсе инвестор ҙа табылған. Был бәүелсәк, карусель, шыуғалаҡ менән йыһазландырылған, резина япма түшәлгән заманса уйын майҙансығы буласаҡ тип күҙаллана. Төрлө йәштәге балаларға ла тәғәйенләнһен өсөн, янында футбол һәм баскетбол уйнау өсөн спорт комплексы урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Урындағы халыҡ финанслау буйынса талап ителгән аҡсаны йыйырға әҙерлек белдергән дә инде.