Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!
 

Һеҙҙе эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Эске эштәр органдарында хеҙмәт итеү ул
батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ талап иткән ҡатмарлы һәм мөһим профессия. Был һөнәрҙе маҡтаулы исемдәр һәм наградалар өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса һайлайҙар.

Өфө полиция хеҙмәткәрҙәре законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығыта, шәхес һәм йәмғиәтте енәйәттән яҡлап, беҙҙең ҡалабыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә. Хеҙмәт бурысына тоғролоҡто иҫбатлап, һеҙ йөкмәтелгән мәсьәләләрҙе намыҫ менән үтәп киләһегеҙ.

Өфөлә йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеү муниципалитет эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып тора. Баш ҡалала уртаҡ тырышлыҡ менән хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса күп кимәлле эффектив система булдырылған. Полиция менән бергә федераль кимәлдә иң яҡшы муниципаль практика тигән танылыу яулаған Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ составына әүҙем ҡала халҡы ингән «Хоҡуҡ» халыҡ дружинаһы эшен башҡара.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре профилактика һәм енәйәтселек менән көрәш эшмәкәрлегендә артабан да өфөлөләр ярҙамына таяныр тип ышанам.

Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрҙә уңыштар теләйем. Ҡала һәм республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан матур башланғыстарығыҙ һәр саҡ тормошҡа ашһын!

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы 

Хакимиәте башлығы                                                                     Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA